Өфөлә Салауат башҡорт дәүләт драма театры «Ҡыҙҙар килде ауылға» спектаклен ҡуйҙы

Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Салауат башҡорт дәүләт драма театры «Ҡыҙҙар килде ауылға» спектаклен ҡуйҙы. Яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбаевтың был пьесаһын театр ун йыл элек сәхнәләштергән. Авторҙың 75 йәшлек юбилейы уңайынан музыкаль комедияны театрҙың йәш көстәре тергеҙгән. Әҫәрҙә күтәрелгән тема көнүҙәклеген юғалтмай. Йәштәрҙең ҡалаға китеүе, ауылда тормоштоң һүлпәнәйеүе. Автор сығып киткән ҡыҙҙарҙы ауылға кире ҡайтарыу, йәштәрҙе өйләндереү, ауыл киләсәген ҡайғыртыу кеүек мәсьәләне комедия теле менән әйтә алған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ