Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Башҡортостан Башлығы яҙып сыҡты. Уңыш барлыҡ сәсеүлектәрҙең 95 процентында, йәғни 1 миллион 62 мең гектарҙан ашыу майҙанда йыйып алынған.
Стәрлетамаҡ районында игенселәр 200 мең тонна иген һуғып алған. Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Баймаҡ, Шишмә, Дәүләкән һәм Мәләүез райондарында 100-шәр мең тонаннан ашыу ашлыҡ йыйылған.
Барлығы Башҡортостан буйынса күрһәткес 3 миллион 128 мең тонна тәшкил итә. Был Башҡортостан ихтыяждарынан 1 ярым тапҡырға күберәк. «Быйылғы тәбиғәт һынауҙарын иҫәпкә алғанда, лайыҡлы һөҙөмтә. Фиҙәҡәрлегегеҙ өсөн, рәхмәт!»,- тип тамамлаған Радий Хәбиров яҙмаһын.



