Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙың әйтер һүҙе. Өфөләге «Йәшлек хаус»та мәктәп уҡыусылары һәм студенттар хәрби бурысын үтәгән яҡташыбыҙ менән осрашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Махсус хәрби операциянан яраланып ҡайтҡан Римир Исламғәзин Рязань һауа-десант училищеһын тамамлаған, 18 йыл Псков ҡалаһындағы дивизияла төрлө хәрби вазифаларҙа хеҙмәт иткән.






