Йыл башынан республика халҡының 6 меңгә яҡыны контракт буйынса хеҙмәт итергә юлланған

Был турала Республика хәрби комиссариатынан хәбәр иттеләр. Һайлау пункты етәксеһе һүҙҙәренсә, хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәр Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан килә.

Егеттәр физик әҙерлеге һәм теләктәрен иҫәпкә алып ҡораллы көстәр сафына бүленә. Бынан тыш, республиканың исемле батальондарының береһенә эләгеү мөмкинлеге лә бар. Әрме сафына 65 йәшкә тиклемге, шул иҫәптән быға тиклем хәрби хеҙмәт үтмәгән ир-егеттәр инә ала. Контракт кәмендә алты айға төҙөлә. Кандидаттар араһында «Вагнер» шәхси хәрби компания яугирҙары ла бар.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ