Заманса бинала сменаһына 300 малай-ҡыҙҙы хеҙмәтләндереү мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ бында диагностика, ашығыс ярҙам, көндөҙгө стационар һәм башҡа бүлектәр ойоштороу көтөлә. Урындағы халыҡ көтөп алған медицина учреждениеһы декабрҙә файҙаланыуға тапшырылыр тип күҙаллана. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Баймаҡ ҡалаһындағы балалар поликлиникаһы коридорында сират та тороусы ата-әсәләр ярайһы арыған. Тар,иҫке , яраҡлаштырылған бинала пациенттарға ла, аҡ халатлыларға прием ойоштороу уңайһыҙ. Урындағы халыҡ яңы поликлиника төҙөлөшөн көтә.
Ике йыл элек Баймаҡта яңы балалар поликлиникаһы төҙөлә башланы. Әле төҙөлөш участкаһында бинаның түбәләре тәртипкә килтерелә, инженер коммуникациялар үткәрелә, буяу һәм эске биҙәү эштәре дауам итә.
Поликлиника «Сәләмәтлек» милли проектының беренсел звеноһын яңыртыу республика программаһы буйынса сафҡа индерелә. Өс ҡатлы бинала диагностика, рентген, стоматология, физиотерапия бүлексәләрен, хирургия һәм травматология блоктарын, ашығыс ярҙам һәм көндөҙгө стационар урынлаштырыу күҙаллана.
Флорида Ким



