Өфөлә «Мин яратам һине, тормош!» фестивале үтте

Мин яратам һине, тормош! Өлкән йәштәгеләр өсөн иҫәпләнгән Республика фестивале ошондай исем аҫтында Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан 12-се тапҡыр ойошторола. Музыкаль-мәҙәни конкурста йыл һайын 2 меңдән ашыу һәүәҫәкәр артист үҙ көсөн һынай. Быйыл ул Атайсалға изге ғәмәлдәр йылына арнала. Фестивалдең Гала-Концерты бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс холында үтте, сәхнәлә 300-ләп үҙешмәкәр сығыш яһаны. Финалистар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова осрашты.

Әбйәлил районы Хәлил ауылы биләмәһенең өлкән йәштәгеләр ансамблен фестивалдең ветераны, йөҙөк ҡашы тип атарға мөмкин. Ижади коллектив конкурста 9-сы тапҡыр ҡатнаша, биш тапҡыр гран-при яулай. Ветерандар ансамбле быйылғы ярышҡа ла ентекле әҙерләнгән, фестиваль йәшәүгә дәрт уята, күңелдә еңеү сәме лә һәр ваҡыт йәшәй, ти әбйәлилдәр.

Һәр ижади коллектив тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин, улар төрлө һәм үҙенсәлекле. Берәүҙәр моңло йырҙары, икенселәре дәртле көйҙәре менән әсир итә. Музыка ҡоралдарының йәнең теләгәне бар. Мәҫәлән, Ейәнсура районынан гармунсылар ансамбле килгән. Төбәктә элек ир-егеттәрҙең вокал төркөмө эшләгән, район хакимиәте гармундар алып биргәс ансамбль ойошторолған.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың оҫталығын күренекле сәнғәт әһелдәренән торған жюри баһалай. Улар фекеренсә, фестивалдең географияһы ла, кимәле лә йылдан-йыл үҫә. Быйыл хатта күрше өлкәләрҙән конкурсанттар бар. Ижад кешене йәшәтә лә, йәшәртә лә, ти Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина.

«Мин яратам һине, тормош» Республика фестивалендә быйыл 2 меңдән ашыу һәүәҫкәр артист үҙ көсөн һынаған, финалға 300-ләп сәхнә оҫтаһы сыҡты. Гран-приға 3 ижади коллектив лайыҡ булды. Улар- Салауат ҡалаһы, Дүртөйлө, Мәсетле районы вәкилдәре.

Фестиваль концерт программаларынан ғына тормай. Фойела оло йәштәгеләргә «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» программаһына яҙылыу, социаль үҙәктәрҙең эшмәкәрлеге менән танышыу, кәңәштәр алыу, матурлыҡ салоны хеҙмәттәре ойошторолдо.

Был конкурста ҡатнашыусыларҙың сәнғәт буйынса махсус белеме лә, дипломы ла юҡ. Әммә улар сәнғәткә, мәҙәниәткә ғашиҡ, күңелдәрендә йыр-моңға һөйөү йәшәй. Ошо хис-тойғолар был коллективтарҙы ижади эҙләнеүҙәргә этәрә, оло сәхнәләргә алып сыға. Бер һүҙ менән әйткәндә улар тормошто яратып, йәм йән биреп йәшәй.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ