Республикала 17 мең саҡрым самаһы юл норматив талаптарға яуап бирмәй һәм ремонт талап итә

Был турала республика прокуратураһының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡануниәтен үтәү мәсьәләләренә арналған коллегия ултырышында һүҙ барҙы. Ултырышта пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу, транспорт сараларының етешмәүе, белем биреү учреждениелары эргәһендә юл хәрәкәтен ойоштороу тураһындағы йөкләмәләрҙең тулы күләмдә үтәлмәүе билдәләнде.

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы йылда иҫерек килеш руль артына ултырыусы водителдәр менән бәйле юл-транспорт ваҡиғалары артҡан. Юлда йәрәхәтләнеү проблемаһы, автомәктәптәр эшмәкәрлегендә күп һанлы хоҡуҡ боҙоуҙар ҙа күҙ уңында тотолдо. Ултырыш йомғаҡтары буйынса ошо өлкәлә ведомстволарҙың эш һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән саралар комплексы әҙерләнде.

Автомобиль юлдары хужаларына айырым иғтибар бирәбеҙ. Сөнки юлдарҙа хәүефһеҙлек темаһы беренсе урында тора. Шулай уҡ хәүеф тыуҙырған күперҙәрҙең авария хәлендәге булыуы борсой. Бөгөн фекер алышыуҙа төрлө ведомство вәкилдәре менән ошо һорауҙарҙы хәл итеү өҫтөндә эшләйбеҙ.

Игорь Пантюшин, Башҡортостан Республикаһы прокуроры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ