Радий Хәбиров Абхазияла юбилей сараларында ҡатнаша

Радий Хәбиров Абхазияла юбилей  сараларында ҡатнаша

Республика Башлығы  Радий  Хәбиров  бөгөн  Абхазияның Еңеү көнө  һәм Бойондороҡһоҙлоғоноң 30 йыллығы уңайынан сараларҙа ҡатнаша. Сухум ҡалаһында  Президент Аслан Бжания, Рәсәйтөбәктәре  етәкселәре менән  Радий  Хәбиров  Дан мемориалына  сәскә  һалды.  Ул 1992-1993 йылдарҙа  ҡораллы  бәрелештә  һәләк булғандар хөрмәтенә  булдырылған. Шулай  уҡ  бөгөн Абхазияның беренсе Президенты  Владислав Ардзинба  иҫкә  алынды.

- Абхазия делегацияһын  11 октябрҙә  Республика көнөндә  Башҡортостанда көтәбеҙ. Өфөлә  беҙҙең халыҡтар дуҫлығы  символы  -  колоннадаға нигеҙ һалыу  көтөлә. Проекттар күп, - тип яҙа  Радий  Хәбиров социаль селтәрҙә.

Фото №1 - Радий Хәбиров Абхазияла юбилей  сараларында ҡатнаша
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ