Хәрби хеҙмәткә 18 йәштән 27 йәшкәсә егеттәр алына. Яңы закон әле өлкәнерәктәргә ҡағылмай. Генераль штабтың баш мобилизация идаралығы етәксеһе урынбаҫары Владимир Цимлянский һөйләй.
Мотлаҡ саҡырылыш буйынса алыныусылар бер йылдан хеҙмәтен тамамлай, улар өйҙәренә ҡайта. Махсус операцияла ҡатнашыу өсөн хәрбиҙәр етерлек, контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр байтаҡ ти Владимир Цимлянский.
Рәсәйҙә армияға көҙгө саҡырылыш декабрь аҙағына тиклем дауам итә.








