Рәсәй банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә Асыҡ ишектәр көнө үтте

Ике йөҙҙән ашыу кеше банк эшенең тарихы һәм бөгөнгөһө, киләсәккә пландары менән танышты. Лекцияларҙа ҡунаҡтарҙы ялған аҡсаны айырырға, түләү сервистары менән ҡулланырға, үҙеңде һәм яҡындарыңды финанс мутлашыусыларҙан һаҡларға, ғаилә бюджетын төҙөргә өйрәттеләр. Шулай уҡ һанлы һум мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт еткерелде.

Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн профориентация эше алып барылһа, балалар өсөн финанс грамоталыҡты күтәреү буйынса уйындар уҙғарылды. Теләге булғандар оҫталыҡ дәрестәрендә, викторина, лотереяла ҡатнашты. Ҡунаҡтарға банк музейына экскурсия ла ойошторолдо. Милли банк идарасыһы Марат Кашапов уникаль экспонаттар менән таныштырып, боронғо осорҙан бөгөнгәсә аҡсаларҙың барлыҡҡа килеү һәм бүлексә эшмәкәрлеге тарихы тураһында һөйләне.

Милли банк бинаһын музей менән сағыштырырға мөмкин - 19-сы быуаттың тарих һәм архитектура һәйкәле. Бында шул осорҙа суйындан ҡойолған баҫҡыс һаҡланған. Бина ла классик стилдә эшләнгән. Музей кабинеттарына килгәндә, улар элекке аҡса һаҡлағысында урынлашҡан. Экпонаттар күп, Башҡортостанда аҡса әйләнеше, финанс эше үҫеше тураһында мәғлүмәт алыу ҡыҙыҡ булғандыр тип ышанам.

Марат Кашапов, Рәсәй Банкының Башҡортостан буйынса бүлексәһе - милли банк идарасыһы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ