Ил неврологтары баш ҡалаға йыйылды

Белгестәр тарҡау склероз, уны диагностикалау һәм дауалау юлдары буйынса тәжрибә уртаҡлашты. Баш ҡалаға Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 400 табип- невролог килде.

Тарҡау склероз үҙәк нерв системаһының хроник аутоиммун прогрессив ауырыуы, сир һөҙөмтәһендә кеше инвалид булып ҡалыуы мөмкин.

Ауырыуҙың билдәләре -ҡулдар һәм аяҡтар ҡалтырау, телмәрҙең боҙолоуы, хәтерҙең насарайыуы, иғтибар кәмеүе һәм башҡалар. Уны өлкәндәр сирләй торған склероз менән бутарға ярамай. Башҡортостанда тарҡау склероз диагнозы менән 300 -ҙән ашыу пациент иҫәптә тора.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ