Костюмдарын эш кейеменә алмаштырып депутаттар һәм министрҙар өмәгә сыҡты

Өфөләге Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге скверҙа экологик акция үтте. Унда Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов та ҡатнашты. Өмәгә Өфөнөң Совет районы хакимиәте һәм район-ара прокуратура вәкилдәре лә ҡушылды. Биләмә, яр буйы сүп-сарҙан таҙартылды. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә йүкә ағастары ултыртылды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ