Бөтә донъя йөрәк көнөндә Иглин районы Сыуаш-Ҡыбау ауылында йәшәүселәр «Сәләмәтлек маршруты» тип исемләнгән профилактик акцияла ҡатнашты. Улар дәртле көйгә кардиокүнекмә яһап, ун мең аҙым үтте. Маршрут буйынса туҡталыштарҙа табиптар халыҡҡа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү сараларын аңлатты. Алатыр ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктында ла сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында мәғлүмәт бирелде. Ошонда уҡ анкета тултырырға, ЭКГ тикшереүе үтергә, кардиологтан консультация алырға ла мөмкинлеге тыуҙырылды.



