Үҙенсәлекле проект Воронеж өлкәһенең тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән берлектә тормошҡа ашырыла.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, тәҡдим ителгән коллекциялар юғары палеолит кешеләре йәмғиәтенең фекерләү һәм сихри күҙаллауҙар үҫешенең юғары кимәленә эйә булыуына дәлил булып тора. Уның таш һәм һөйәк ҡоралдар эшләүҙә, ерләүҙәрҙе ойоштороуҙа, торлаҡ төҙөүҙә, ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙә һәм сәнғәт әйберҙәрен эшләүҙәге уңыштары кешелектең артабанғы тарихында тәрән эҙ ҡалдыра. Күргәҙмәлә республика һәм үҙәк Рәсәй биләмәһендә табылған боронғо әйберҙәр урын алған. Шуларҙың береһе воронеждар тәҡдим иткән уникаль палеолит «Венер» статуэткалары. Экспозиция 18 декабргә тиклем эшләй.



