Тиҙҙән ҡыш һәм коммуналь техника мәсьәләһе бик мөһим. Башҡортостанда урамдарҙы, юлдарҙы, йәмәғәт биләмәләрен, ихаталарҙы таҙартыу менән шөғөлләнгән республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары предприятиеларында 2 мең 86 техника берәмеге иҫәпләнә.
Һуңғы йылдарҙа беҙ паркты 34 процентҡа яңыртыттыҡ, 710 техника алдыҡ. 2019-2022 йылдарҙа төбәк бюджеты иҫәбенә 391 берәмек техника алынды, ошо маҡсатта бюджеттан 2 миллиард 300 миллион һум аҡса йүнәлтелде.
Быйыл лизинг килешеүе буйынса 208 техника ҡайтарылды. Бынан тыш, муниципаль берәмектәр һәм махсуслашҡан компаниялар үҙ иҫәбенә паркты яңыртыу эшен алып бара. Был һорау бик киҫкен тора һәм даими иғтибар талап итә. Торлаҡ-коммуналь предприятиеларға яҡын арала яңы партия ҡайтарыла, Минск автомобиль заводының 34 автосамосвалын һәм «Амкадор» акционерҙар йәмғиәтенең 12 фронталь тейәгесен көтәбеҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.



