Урман вәкилдәре видеокамераға эләккән. Һуҡмаҡтан тәүҙә оло мышы үткән. Уның артынса ике айыу. Парадты йәш мышы тамамлай. Үҙенсәлекле урман подиумында, күренгән хайуандарҙың матурлығына һоҡланмау мөмкин түгел, тип тәьҫораттары менән бүлешкән милли парк хеҙмәткәрҙәре.






