Рәсәй Хөкүмәте аграрийҙарға льготалы кредиттарға тағы ла 10 миллиард һум аҡса бүләсәк

Рәсәй Хөкүмәте аграрийҙарға ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм эшкәртеүгә 5 процент ставка буйынса льготалы кредит биреүгә өҫтәмә 10 миллиард һум аҡса бүлә. Был турала федераль Хөкүмәттең телеграм-каналында хәбәр ителә.

Ҡарар 2023 йылдың икенсе яртыһында Рәсәй Хөкүмәте төп ставканы күтәреүгә бәйле, был займдарҙы биреү туҡтатылып тороуы менән аңлатыла. Сентябрь аҙағында резерв фондынан ошо маҡсатта 45 миллиард һум бүленгән дә инде. Ҡабул ителгән ҡарарҙар аграрийҙарҙың ғәмәлдәге йөкләмәләрен хеҙмәтләндереүҙән тыш, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу, ауыл хужалығы сеймалы һәм аҙыҡ-түлек етештереү күләмен арттырыу һәм граждандарға үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы тауарҙар һайлап алыу мөмкинлеге лә бирәсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ