Баш ҡала дәүләт автоинспекцияһы аҙна һуңында Башҡортостан юлдарында уҙғарылған рейд йомғаҡтарын барланы. Күләмле тикшереүҙәр барышында инспекторҙар юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле 4300-ҙән ашыу осраҡ асыҡлаған.
12 кеше руль артына икенсе тапҡыр эскән килеш ултырған. Уларҙың ғәйебе менән өс көн эсенндә 5 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһы граждандарҙан транспорт сараһына эскән килеш идара итеү осраҡтары тураһында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ҡыҙыу линияһына 8(347) 279-32-92 шылтыратыуҙарын үтенә. Шулай уҡ ведомствоның телеграм мессенджерына хәбәр итергә лә мөмкин.






