Уҙған ял көндәрендә Өфөнән башланған Сергей Аксаков байрамы, йола буйынса республика район-ҡалаларын да иңләне. Дәүләкән ҡалаһында фестиваль яҙыусыға һәйкәл асыуҙан башланһа, Ҡырмыҫҡалы районында билдәле яҡташыбыҙ хөрмәтенә биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталары, кәсепселәрҙең эштәренән торған йәрминкә ойошторолдо. Ә Бәләбәйҙә иһә район халҡы Сергей Аксаков йәшәгән йортҡа йыйылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Аксаков ғаиләһе йорто ҡунаҡсыл. Быйыл да Бәләбәй ере тотош республика халҡын бергә йыйҙы. Башҡортостанда йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәрен һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлдәр менән ҡаршы алды.
Йола буйынса сара артабан Сергей Аксаков һәйкәленә ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалыу менән дауам итте. «Ал сәскә» әкиәте авторы өсөн был төр сәскәләр ауаздаш та. Әйткәндәй, Аксаковтар илдең тағы ла билдәле ғаиләһе менән бәйле. Яҙыусының улы Иван Аксаков шағир Федор Тютчевтың ҡыҙына өйләнгән.
Ныҡлы союз һөҙөмтәһендә Брянск өлкәһендәге музей-ҡурсаулығында яҡташыбыҙ хөрмәтенә Аксаков музей комплексына ла нигеҙ һалына. Ул Анна Тютчеваның күргәҙмә проекты ярҙамында ойошторола. Ул билдәле яҙыусыларҙың нәҫел-тамырҙары, ҡулъяҙмалары менән яҡындан таныштыра.
Сергей Аксаков яҙыусы ғына түгел, тәнҡитсе, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та билдәле. Славянофил, йә иһә әҙәби һәм дини-фәлсәфә фекерләү менән ҡыҙыҡһынған ижадсы исем-шәрифен тарихҡа яҙҙы. Уның дауамы ейән-ейәнсәрҙәре бөгөн дә үҙ өлөшөн индерә.
Яҙыусы яратҡан ейәнсәренә бөгөн киң билдәле «Ал сәскә» әкиәтен арнай ҙа инде. Тәүҙә ул «Оленькин» тип исемләнгән булған. Әҙәби әҫәр бөгөн дә яратып уҡыла.
Азат Ғәлиуллин



