Башҡортостан эшҡыуарҙары махсус хәрби операциялағы яугирҙар өсөн ырғаҡтар эшләй

Яҡташтарыбыҙ алғы һыҙыҡҡа 3 меңдән ашыу тимер ырғаҡ оҙатҡан да инде. Тимер конструкциялар, ҡоролмалар эшләү менән шөғөлләнгән оҫталар өсөн сапер ырғағы эшләү ҡатмарлы түгел.

Бер тимер япмаһынан 300-ҙән ашыу әйбер сыға. Бары тик сеймалдың сифатлы булыуы, ырғаҡтың дөрөҫ итеп эшләнеүе шарт. Сөнки был ҡоролма яугирҙарҙы яу яланынан алып сығырға ла, миналарҙы зарарһыҙландырырға ла ярҙам итә. Алғы һыҙыҡтағылар уны йылға аша бау буйлатып кейем-һалым, аҙыҡ-түлек сығарыу өсөн дә файҙалана.

Ырғаҡ бәләкәй һымаҡ күренһә лә, ярты тоннаға тиклем ауырлыҡты күтәрә ала. Эшҡыуарҙарға махсус хәрби операциялағы егеттәрҙән даими рәүештә рәүештә рәхмәт һүҙҙәре етеп тора. Цехта яугирҙар менән кәңәшләшеп сапер ырғағын камиллаштырыу өҫтөндә лә эшләйҙәр.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ