Үҙебеҙҙекеләр өсөн. «Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары берлеге» активистары махсус операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға даими рәүештә гуманитар ярҙам ойоштора. Эшҡыуарҙар яугирҙар заявкаһы буйынса кәрәкле әйберҙәрҙе һәм транспорт сараларын туплап, ылауҙы үҙҙәре алып бара. Изге эшкә Баймаҡ эшҡыуарҙарынан тыш, активистар Сибай ҡалаһынан, Әбйәлил, Хәйбулла райондарын, Силәбе өлкәһенән дә ҡушылған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Дөйөм көс менән. «Урал аръяғы йәмғиәт башланғыстары берлеге» активистары махсус хәрби операциялағы яҡташтарына гуманитар ярҙам туплай. Йоҡо тоҡтары, төҙөлөш материалдары, квадракоптерҙар, тепловизорҙар, кейемдәр һәм башҡа кәрәк-яраҡ алғы һыҙыҡтағы Ватан һаҡсыларына юлланасаҡ.
Эшҡыуарҙар гуманитар ярҙамды йыйып ҡына ҡалмай, махсус хәрби операция биләмәһенә үҙҙәре алып бара. Күптән түгел улар Уаз-хантер, Нива машиналарын, генераторҙар, ялан шарттарында йәшәү өсөн көндәлек кәрәк-яраҡтар илтеп тә тапшырған.
Күңел йылыһы менән йыйылған гуманитар ылауҙы яугирҙар көтөп ала. «Солтан, Мираж, Лесник» хәрби ҡушаматлы яугирҙар үҙҙәре лә «Урал аръяғы йәмғиәт башланғыстары берлеге» ағзалары булып тора.
Гуманитар ылау ойоштороусыларҙың бер өлөшө Баймаҡта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. «Саптар» өлгөлө хореография студияһында 250 бала республика конкурстарында призлы урындар яулай. Әйткәндәй, сағыу сифатлы милли костюмдар ҙа студия цехында махсус рәүештә тегелә. Һәр эшҡыуарҙың үҙ һөнәри йүнәлеше, үҙ тормошо бар, әммә ил тыныслығын һаҡлаусы яугирҙарға ярҙам итеү теләге уларҙы берләштерә. Руслан Сәғәҙиевтың «Бургер» кафеһынан килгән килемдең бер өлөшө гуманитар ярҙам туплауға күсерелә.
Гуманитар ярҙам өлөшләтә махсус операцияға саҡырылған һәм ирекле батальондарҙа хеҙмәт иткән яугирҙарға оҙатыла. Активистар гуманитар ярҙам ойоштороу эшен яҡташтары махсус операция биләмәһенән тыуған еренә Еңеү менән ҡайҡансыға тиклем дауам итергә ниәтләй.
Флорида Ким






