Республикала бәшмәк миҙгеле дауам итә

Әммә тәжрибәһеҙ бәшмәкселәр кәрзиненә эләккән ағыулылары йыш ҡына хәүеф янауы ихтимал. Ниндәй бәшмәктәрҙе йыйырға мөмкин, ашарға яраҡлылары ҡайҙа үҫә? Ниндәйҙәре «Ҡыҙыл китап»ҡа киндерелгән? БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова асыҡланы.

Шишмә ауылында йәшәүсе Роза Ғәбделмәнованың үҙенә генә билдәле бәшмәкле урындары бар. Ханым ылыҫлы ағастар ышығында майлы, аҡ бәшмәктәр, ә ҡайын бәшмәге менән гөрөздәләрҙе ҡатнаш урмандан йыя.

Бәшмәктәрҙе ныҡлап танып-белмәйенсә урманға юлланыу, йыйыу тәртибен үтәмәү, таныш булмаған кешеләрҙән һатып алыу бәлә-ҡазаға күрәләтә ишек асыу менән бәрәбәр, ти табиптар. Республика дауаханаларында бәшмәк миҙгеле башланыу менән аҡ халатлылар 6 кешене үлемдән ҡотҡарған.

Бәшмәк йыйыусыларға Архангел районы Ырныҡшы ауылы янындағы ҡатнаш урмандың һәр һуҡмағы таныш. Рәт буйлап һуҙылған урман ризығын йыйып ҡына өлгөр. Тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүселәр уңыш миҙгеленен ҙур байрам кеүек ҡабул итә. Бала саҡтан ашарға яраҡлы таныш бәшмәктәрҙе генә йыялар. Шуға күрә бәшмәк ашап, ағыуланыу осрағы юҡ кимәлендә.

Бәшмәккә урманға юлланыусыларға өҫ-башына иғтибарлы булырға, йылан саҡмаһын өсөн оҙон ҡуныслы итек, талпан үтеп инә алмаҫлыҡ уңайлы кейем кейергә кәңәш ителә. Был шөғөлдә бәшмәк тамырын ҡоротмау маҡсатында уңайлы ҡайсы-бысаҡтар ҡулланып эш итеү ҙә төп шарттар иҫәбендә.

Эре сәнәғәт предприятеларына яҡын урындарҙа, автомобиль трассаларына яҡын майҙандарҙа бәшмәк йыйыу ҡәтғи тыйыла. Сөнки улар үҙенә ауыр металдарҙы, радионкулидтарҙы һеңдерә. Архангел районының урман зонаһында йәшәүселәр экологик яҡтан таҙаларын ғына айырып йыя. Быйыл аҡ бәшмәк уңышы мул.

Бәшмәккә сыҡҡанда хәүефһеҙлек сараларын хаҡында ла онотмаҫҡа кәрәк. Шуға урманға терәлеп торған ауылдарҙа ғүмер итеүселәр талпан ҡаҙалыу осрағына прививка ҡаҙатыу хаҡында алдан хәстәрлек күрә.

Рәсәй ҡулланыусылар йәмғиәте идаралығы тәҡдиме буйынса Тутыя Рәис ҡыҙы бәшмәктәрҙе йыйыған көндө үк эшкәртә.Һәр бер төрөн айырым таҙартып, мариналдлай, тоҙлай, бешерә.

Бәшмәк рационда ризыҡ булараҡ элек-электән ҡулланыла. Бөтә талаптарҙы үтәгәндә аҡһымға һәм витаминдарға бай ризыҡ кеше организмы өсөн дә файҙалы. Тик уны дөрөҫ эшкәртә белеү төп талаптарҙың береһе. Мәҫәлән, белгестәр бәшмәкте тоҙло һыуҙа бешергәндә токсиндар һәм заралы мәтдәләрҙән арындырыу өсөн таҙартылған эре һуған һалырға кәңәш итә.

Бәшмәк миҙгеленән тыш туҡлыҡлы аҙыҡ булған урман бүләге йыл әйләнәһенә һәр кемебеҙ өҫтәлен биҙәй. Белгестәр Башҡортостанда үҫкән бәшмәктәрҙең 30 проценты ғына ашарға яраҡлы тип билдәләй. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ағыуланыу кеүек бәлә-ҡазанан һаҡлау өсөн осраҡлы кеше ҡулынан яңы йыйылған, киптерелгән, тоҙланған, маринадланған, консерваланған бәшмәктәрҙе һатып алмаһағыҙ ине тигән теләктә ҡалабыҙ.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ