Танылған ғалим Фирҙәүес Хисаметдинова вафат булды

Уға 73 йәш ине. Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы 1950 йылдың 1 ғинуарында Әбйәлил районы Рәхмәт ауылында тыуа. Белорет педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Белорет һәм Ауырғазы райондары мәктәптәрендә рус теленән уҡыта. Телгә һөйөүе уны СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институты аспирантураһына илтә. Ул 1980 йылда кандидатлыҡ, 1993-тә докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Өс йыл республика Мәғариф министрлығын етәкләй.  “Республикабыҙ ҙур юғалтыу кисерә”, - ти фәлсәфә фәндәре докторы, профессор Фәнил Фәйзуллин.

Танылған ғалим Фирҙәүес Хисаметдинова вафат булды
Фото №1 - Танылған ғалим Фирҙәүес Хисаметдинова вафат булды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ