Хөкүмәттә шул турала хәбәр ителде. Ярышҡа алыҫ сит илдәрҙән белгестәрҙе лә саҡырырға ниәтләйҙәр. Унда Ҡытай, Көньяҡ Африка, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Нигериянан командалар ҡатнашырға теләк белдергән. Вице-премьер – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов һөйләй.
“Геоһынау” халыҡ-ара чемпионаты Башҡортостанда беренсе тапҡыр 16-22 сентябрҙә ойошторолдо. Унда Рәсәйҙең 13 төбәгенән һәм Ҡаҙағстандан 200-ҙән ашыу студент ҡатнашты. Ярыштар Өфө ҡалаһында, Шишмә һәм Архангел райондарында үтте. Студенттар Ишембай һәм Ғафури райондарында үҙенсәлекле геологик тәбиғәт ҡомартҡыларында экскурсияла булды.







