Башҡорт дәүләт филармонияһының 85-се ижад миҙгеле ҙур тамаша менән башлана.Гала-концертта халыҡ уйын ҡоралдары, тынлы, эстрада-джаз оркестрҙары, академия хор капеллаһы ҡатнаша. Шулай уҡ Сибай, Стәрлетамаҡ, Учалы, Нефтекама филармонияһы артистары сығыш яһай. Нефтекама филармонияһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Ғәфүрйәнова һөйләй.
Яңы миҙгелгә старт биргән тамаша бөгөн була. Үҫмерҙәр һәм йәштәр билет алғанда Пушкин картаһын файҙалана ала.




