Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарының 46 процентында эш теүәлләнгән

Бөгөнгә 732 мең тоннанан ашыу уңыш йыйып  алынған. Ауыл хужалығы  министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл шәкәр  сөгөлдөрөн  19 район хужалыҡтары үҫтергән, 49 мең гектар ер сәселгән. Башҡортостанда үҫтерелгән татлы тамыр үҙебеҙҙәге заводтарға оҙатыла. Раевка һәм Шишмәлә көн һайын  5-әр мең тонна сөгөлдөр  эшкәртелә.

Фото №1 - Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарының 46 процентында эш теүәлләнгән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ