Бының өсөн субсидия бирелә, сығымдарҙың 50 проценты ҡаплана. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, дәүләт ярҙамы тармаҡ үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, һөт һәм ит етештереү арта. Уҙған йылда республикала һәр һыйырҙан 6 мең 632 килограмм һөт һауылған.




