Унда йылдағыса Башҡортостан предприятиелары ла ҡатнаша. Республика экспозицияһында агросәнәғәт ҡаҙаныштары, инвестиция мөмкинлектәре, төбәк брендтары тураһында мәғлүмәттәр урын ала. “Алтын көҙ” күргәҙмәһе ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан йыл һайын ойошторола.





