Башҡортостан депутаттарына портфель бирелмәй

Был турала Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев белдерҙе. Вәкәләттәрҙе үтәй башлағанда ғәҙәти булған ҡағыҙ документтар менән депутат портфелен тапшырыу сараһы булмай. Республика парламенты был эште электрон форматҡа күсергән. - Һәр депутаттың эш урынында планшет һәм тауыш биреү системаһы бар. Ултырыш алдынан бөтә документтар электрон рәүештә  ҡабул ителә, - тине Константин Толкачев. Республика парламенты был аҙнала яңы составта тәүге ултырыш уҙғара. Ул 5 октябрҙә була.

Фото №1 - Башҡортостан депутаттарына портфель бирелмәй
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ