Рәсәй бюджеты социаль йүнәлешле булып ҡала

Премьер-министр Михаил Мишустин вице-премьерҙар менән кәңәшмәлә киләһе йылдарға ҡаҙна проекты буйынса фекер алышты. Финанс документ сентябрь аҙағында Дәүләт Думаһына индерелде. Балалы ғаиләләргә берҙәм пособие түләү өсөн алдағы өс йылда 4,4 триллион һум һалына. Мохтаждарға дарыуҙар тапшырыу, медицина ойошмалары һәм мәктәптәрҙе төҙөкләндереү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн етерлек аҡса бүленә. 2024 йылда бюджет 35 триллион һумға тулылана. 

Фото №1 - Рәсәй бюджеты социаль йүнәлешле булып ҡала
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ