Туристик инфраструктураны үҫтереүгә 1 миллиард ярым һум күләмендә федераль ярҙам

Башҡортостан эшҡыуарҙары кемпингтар һәм автокемпингтар төҙөүгә, пляждарҙы һәм милли турмаршруттарҙы төҙөкләндереүгә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы туристик мөхитте үҫтереүгә грант еңгән. Проекттарҙың береһе Ҡариҙел районының Ҡыҙыл Үреш ауылында тормошҡа ашырыласаҡ. Урындағы «Груздевтар ихатаһы» эргәһендәге йылға буйында пляж барлыҡҡа киләсәк. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Был бинаны Фларид Мулланур улы кеүек яҡшы белгән кеше юҡ тиһәң дә хата булмаҫ. 7 йәшендә Груздевтар ихатаһында урынлашҡан мәктәпкә уҡырға килә, унан һуң директор булып эшкә ҡайта. 1890 йылда төҙөлгән йорттоң хужаһы Санкт-Петербург сауҙагәре Николай Груздев була. Ул Ҡыҙыл Үрештә завод, йөн эшкәртеү предприятиеһы, тирмән тотҡан. Октябрь революцияһынан һуң, бина мәктәп итеп үҙгәртеп ҡорола һәм 2015 йылға тиклем балаларҙы уҡыта.

Мәктәп ябылғандан һуң ихатаға юҡҡа сығырға бирмәйҙәр. Бай тарихлы һәм матур тәбиғәтле урынға инвесторҙар килә. Сауҙагәр Груздев йортон реконструкциялап, туристик объектҡа әйләндереү планлаштырыла. Әлегә Үреш йылғаһының ярын тәртипкә килтереү, пляж төҙөү эше башланған. Был маҡсатта «Барский Урюш» компанияһы 6 миллион 700 мең һумдан ашыу аҡсалата грант еңгән.

Гранттар конкурсында ҡатнашырға республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән Ҡариҙел районының бизнес-шерифы ярҙам итте. Пляждың оҙонлоғо 800 метр, яр буйына ағас түшәм йәйеү күҙаллана. Йылы бәҙрәфтәр, кейенеү урындары булдырыласаҡ. Әлегә биләмәне сүп-сарҙан, ҡыуаҡлыҡ һәм ағастарҙан таҙарттыҡ. 50 камаз сүп сығарҙыҡ. Субсидия аҡсаһына эшләгәнгә күрә, пляжға инеү бушлай буласаҡ.

Әлиә Булатова, проект етәксеһе

Субсидиянан тыш, бында яңы йылға тиклем 4-шәр һәм 6-шар урынлыҡ глемпингтар төҙөү күҙаллана. Шулай итеп, «Груздевтар ихатаһы» тәүге ҡунаҡтарын быйыл ҡабул итә башлаясаҡ.

Башҡортостан буйынса туристик инфраструктураны үҫтереүгә 1 миллиард ярым һум күләмендә федераль ярҙам йәлеп ителгән. Республика Рәсәйҙең барлыҡ субъекттары араһында 1-се урында тора. Дәүләт ярҙамы менән 36 муниципаль берәмектә 150 инвестиция проекты тормошҡа ашырыласаҡ. Атап әйткәндә, яңы пляж һәм кемпингтар, электрон белешмә һәм туристик маршруттар барлыҡҡа киләсәк.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ