Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Төбәктең тотороҡло үҫешендә тел сәйәсәте» төбәк ара- ғилми- ғәмәли кәңәшмәһе асылды. Форумда ил төбәктәре, Һиндостандан вәкилдәр ҡатнаша. Кәңәшмәлә милли телдәрҙе һаҡлау, уҡытыуҙа яңы йүнәлештәр ҡарала.






