Башҡортостанда 74-се йәшендә күренекле ғалим-лингвист Фирҙәүес Хисамитдинова арабыҙҙан китте

Башҡортостан фәне ауыр юғалтыу кисерҙе. 74-се йәшендә күренекле ғалим-лингвист, башҡорт теле белгесе, филология фәндәре докторы, профессор, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова арабыҙҙан китте.

Фирҙәүес Хисамитдинова төрлө йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультеты кафедраһы мөдире, ошо уҡ факультеттың деканы була. 1995 йылдан 1998 йылға тиклем Башҡортостандың Мәғариф министры вазифаһын биләй. 1998 йылдан 2021 йылға тиклем Тарих, тел һәм әҙәбиәте институтында директор урынбаҫары һәм директоры булып эшләй.

1994 йылда Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Фирҙәүес Хисамитдинова - 300-ҙән ашыу ғилми һәм фәнни-методик хеҙмәт, монографиялар, һүҙлектәр, уҡыу әсбаптары, дәреслектәр, хрестоматиялар һәм мәҡәләләр авторы. Уның китаптары сит илдәрҙә лә донъя күргән. Башҡорт тел ғилеме, төбәктең мәғариф тармағын үҫертеүгә индергән тос өлөшө өсөн ғалимә «Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы тыуғын яғы - Әбйәлил районы Рәхмәт ауылында ерләнәсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ