Башҡортостан кинематографияһы йәнә бер фильм менән тулыланасаҡ

Күгәрсен районы Түләбай ауылында Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы яңы картина өҫтөндә эш башланы. Тыуған яҡ, атай йорто, туғандар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡтыртҡан социаль драмалы әҫәрҙә республика театрҙары актерҙары уйнай. Проект «Рәсәй йәштәре гранты» ярҙамында тормошҡа ашырыла. Фильмдың режиссеры Фәрзәнә Үтәрбаева. Ул тамашасыларға «Ҡырағай», «Мине дауалаусы дошман» тип исемләнгән ҡыҫҡа метражлы фильмдары аша таныш. Яңы картина иһә аҙна дауамында төшөрөлөп, премьера киләһе йылға билдәләнгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ