Башҡортостанда 74-се йәшендә күренекле ғалимә Фирҙәүес Хисамитдинова арабыҙҙан китте

Башҡортостан фәне ауыр юғалтыу кисерҙе. 74-се йәшендә күренекле ғалим-лингвист, башҡорт теле белгесе, филология фәндәре докторы, профессор, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Хисамитдинова арабыҙҙан китте. Фирҙәүес Хисамитдинова - 300-ҙән ашыу ғилми һәм фәнни-методик хеҙмәт, монографиялар, һүҙлектәр, уҡыу әсбаптары, дәреслектәр, хрестоматиялар һәм мәҡәләләр авторы - башҡорт тел ғилемен камиллаштырыуҙа төрлө башланғыстарға нигеҙ һалған арҙаҡлы шәхесебеҙ ине.

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының тел ғилеме бүлегендә тағы ла бер ҙур ғилми хеҙмәткә нигеҙ һалынған көн. Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы башлаған эш башҡорт теле ғилеме өсөн генә түгел, барлыҡ төрки донъя халыҡтары өсөн дә мөһим булып ҡала. Башҡорт теленең этимологик һүҙлеге менән бергә, ғалимә башлаған ғилми тикшеренеүҙәрҙе уның уҡыусылары дауам итәсәк.

Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы башҡарған фәнни хеҙмәттәрҙең һәр береһе айырым асышҡа тиң. Башҡорт теленең 10 томлыҡ академик аңлатма һүҙлеге һәм Башҡорт халҡының тарихына арналған 7 томлыҡ хеҙмәтен генә алайыҡ. Был эштәре ғалимәгә донъя кимәлендә танылыу килтерҙе.

Ваҡытында Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультеты кафедраһы мөдире, ошо уҡ факультеттың деканы була. 1995 йылдан 1998 йылға тиклем Башҡортостандың Мәғариф министры вазифаһын биләй. Артабан 2021 йылға тиклем Тарих, тел һәм әҙәбиәте институтында директор урынбаҫары һәм директор. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ул алдына ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән атҡарып сыға.

Халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙы бик күп ғалимдар тәрбиәләүе менән дә билдәле. Тәү сиратта башҡорт телен камиллаштырыуҙы күҙ уңында тотоп, фән докторы үҙе менән башҡаларҙы ла, шул иҫәптән сит илдәрҙәге хеҙмәттәштәрен дә эйәртә. Немец ғалимәһе Маргарет Эрсен-Раш уның ярҙамы менән таҙа итеп башҡортса һөйләшергә өйрәнә.

Ғүмеренең һәр көнө тынғыһыҙ булһа ла, Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы яҡташтары менән дә бәйләнештәрен өҙмәй. Һәр ваҡыт тыуған яғын ҡайғыртып йәшәй.

Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы өсөн туған башҡорт теленең киләсәген хәстәрләү тормош мәғәнәһенә әйләнде. Ғалимә тел, мифология, топонимика кеүек өлкөлрҙе ентекле өйрәнеп, халҡыбыҙҙың дөйөм тарихын күҙ алдына баҫтырҙы. Йәғни килер быуындарға баһалап бөткөһөҙ мираҫ-аманатын ҡалдырҙы...

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ