Республика юлдарында автоматлаштырылған теркәү системаһы яңыртыуҙар кисерә

Йылмайығыҙ һеҙ объективта. Республика юлдарындағы видеокамералар ҡаптырылмаған хәүефһеҙлек ҡайышы, телефондан һөйләшеү һәм туҡталыш линияһын үтеү кеүек ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын теркәй башланы. Был саралар юл-транспорт вағиҡаларын кәметергә тейеш, тигән фекерҙә автоинспекторҙар. Юлдағы яңылыҡтар тураһында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Фото һәм видеотеркәү бер урында тормай. Йыл һайын тиерлек үткер күҙле камераларҙың программа тәьминәте камиллаша бара. Әле беҙҙең төбәктә мең 809 автоматлаштырылған юл комплексы ҡуйылған. Улар тиҙлек режимын арттырыуҙан алып пассажирҙарҙың эләктерелмәгән хәүефһеҙлек ҡайышына тиклем төрлө юл хәлдәрен күреп тора. Һуңғыһына автоһәүәҫкәр Тимур Дәүләтов менән тормош иптәше Ильвира тарыған. “Бәхет хаты”нда яҙылыуынса, хәл Салауат Юлаев проспекты менән Баҡалы урамы киҫелешендә теркәлгән.

Хәҙер уларға мең һум штраф түләргә кәрәк. Дәүләт автоиспекцияһында билдәләүенсә, бындай ҡағиҙә боҙоуҙарҙы теркәү автоһәүәҫкәрҙәр араһында тәртип булдырыуға йүнәлтелгән. Иң мөһиме, юлдар бөтәһе өсөн дә хәүефһеҙ булырға тейеш, ти улар.

Бер юлы дүрт фотонан торған коллаж эшләнә. Тәүге икәүһе - ҡағиҙә боҙолғанға тиклем. Һуңғылары - тәртип боҙоу мәлен күрһәтә. Шикләнеү осраҡтарын видеояҙма иҫкәртә. Тап уны инспекторҙар штрафты инҡар итергә килеүсе водителдәргә күрһәтә.

Ҡаптырылмаған ҡайыш өсөн 1000 һум, туҡталыш һыҙығын киҫеп үтеү өсөн 800 һум штраф янай.

Юл комплекстары артабан да яңыртыласаҡ. Киләһе йылдың сентябренән приборҙар ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығыуҙы ла теркәй башлаясаҡ. Шулай уҡ, автобустар һыҙаты буйынса хәрәкәт итеүсе еңел машиналарға ҡарата объективтарҙы көйләү планлаштырыла.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ