Уның сиктәрендә Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө ҡалаларында билдәле эшҡыуарҙар менән осрашыуҙар үтте. Бизнес башлаусылар тәжрибә уртаҡлашыу майҙансыҡтарында сығыш яһаны. Ғаилә һәм социаль эшҡыуарлыҡҡа тотоноусылар, һөнәрселәр етештергән продукция, сувенирҙар менән күргәҙмәлә танышырға мөмкин булды. Бөрөлә ғаилә һәм социаль эшҡыуарлыҡ үҫеше хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Ләйсән Әхмәтйәнова дизайнерлыҡ эшенә былтыр тотонған. Ул офистарҙы, сауҙа һәм бизнес үҙәктәрен йәшелләндереү менән шөғөлләнә. Томош иптәше уға һыҙмалар эшләргә, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡорарға булышлыҡ итә. Ғаилә бизнесына тотоноусылар яратҡан шөғөлөнән ярайһы килем дә ала.
Сәскәләр, йорт интерьерҙары, гипстан эшләнгән кашполар етештереү айырым оҫталыҡ һәм таһыллыҡ талап итә. Әхмәтйәновтар һәр заказды күңел йылыһын биреп, зауыҡлы итеп башҡара. Эшҡыуарлыҡ аҙналығына ла улар үҙҙәре етештергән дизайн буйынса сәскәләр тәҡдим итте.
Бөрө ҡалаһы һәм районы хакимиәтендә ғаилә, социаль эшҡыуарлыҡты, һөнәрселекте үҫтереүгә етди иғтибар бүленә. Эшҡыуарлыҡ аҙналығының Бөрөлә ойошторолоуы ла осраҡлы түгел.
Бөрө эшҡыуарҙары «Бөрө алмалары» ауыл хужалығы предприятиеһы менән берлектә экологик таҙа һәм сәләмәтлек өсөн файҙалы продукция - ҡаҡ етештерә. Ирина Вәлиева үҙ эше өсөн 250 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алыуға ирешкән.
Бәйләмгә Ольга Клименконы өләсәһе өйрәткән. Һөнәрсе киләсәктә был шөғөлөнә дәүләт ярҙамы алырға ниәтләй.
Асыҡтан-асыҡ әңгәмә форматында ойошторолған сарала ярайһы тәжрибә туплап өлгөргән эшҡыуарҙар эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. 1995 йылда эшҡыуарлыҡты ювелир изделиелары һатыуҙан башлаған Татьяна Демшина әле үҙе лә ювелир тауарҙары етештерә. 3 йыл элек ғаилә һәм социаль бизнес менән шөғөлләнеүселәр ювелир әйберҙәр етештереүгә сеймал һатып алыуға дәүләттән 250 мең һум, һөнәрселеккә өйрәтеү өсөн 2 миллион һум ярҙам алған.
Бөрө ҡалаһында эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә ойошторолған стратегик сессияла эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү мөмкинлектәре лә барланды.
Социаль эшҡыуарлыҡ яңғыҙ әсәләрҙе, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы, ҡыҫҡаһы социаль яҡтан ауырлыҡтар кисергән граждандарҙы эшкә йәлеп итеүе менән отошло. Бер йыл бер командала эшләгәндән һуң үҙ эшен асыусыға социаль эшҡыуар статусы бирелә һәм 100 меңдән алып 500 мең һумға тиклем дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Социаль эшҡыуарлыҡ беҙҙең йәмғиәтте күркәмерәк итергә булышлыҡ итә.
Гүзәл Борханова






