Бөгөн Бөтә донъя айыҡлыҡ һәм алкоголизмға ҡаршы көрәш көнө. Ошо уңайҙан «Торатау» конгресс-холында «Айыҡ ауыл: граждандар башланғыстары һәм социаль практика» төбәк-ара семинар-кәңәшмәһе үтте. Осрашыуҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә ойошторҙо. Именлек нигеҙе хаҡында тулыраҡ беҙҙең киләһе репортажда.
Хәйбулла районынан 74 йәшлек Мәрйәм Хәйҙәрова мәңге йәш булыу серҙәре менән уртаҡлаша. Спорт менән әүҙем шөғөлләнгән, һәр иртә һыуыҡ һыу менән ҡойонған ханымдың башҡалар менән бүлешер тәжрибәһе ҙур. Был күнегеүҙәр менән Мәрйәм Ниғмәт ҡыҙы «Айыҡ ҡатын» проектында ҡатнашыусыларҙы ла таныштыра. Муниципаль проект гүзәл заттар араһында эскелекте кәметеү, ғаиләләрҙе һаҡлап етемлекте иҫкәртеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Хәйбуллалар «Айыҡ ҡатын» проекты һөҙөмтәләре менән Өфөлә ойошторолған осрашыуҙа таныштырҙы. Төбәк-ара семинар- кәңәшмә 3 октябрҙә билдәләнгән айыҡлыҡ һәм алкоголизмға ҡаршы көрәш көнөнә арналды. Сараға «Айыҡ ауыл» конкурсы еңеүселәре лә саҡырылды. Улар республика кимәлендәге бәйгенең ауылдарҙың артабанғы йәшәйешенә нисек йоғонто яһауы тураһында һөйләне.
Фекер алышыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн сараға илдең төрлө субъекттары вәкилдәре лә килгән. Медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева «Айыҡ ауыл» проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре һәм киләсәге менән таныштырып, был эштең социаль процестарҙа этәргес көс булыуын билдәләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, айыҡлыҡҡа өндәгән проектта дини эшмәкәрҙәр, бигерәк тә православ дин әһелдәренең һүлпәнлеге күҙәтелә.
Свердловск өлкәһенән тыш, Саха-Яҡут, Бүрәт Республикаларынан, Һарытау, Мәскәү ҡалаһынан да вәкилдәр ҡатнашты. Сөнки Башҡортостанда «Айыҡ ауыл»ды ойоштороу, үткәреү тәжрибәһе башҡа төбәктәр өсөн ҡыҙыҡлы, уникаль күренеш булып тора.
Йыл һайын Рәсәйҙә 600 меңгә яҡын кеше эскелектән вафат була. «Йәшел йылан» сағыуы һөҙөмтәһендә илебеҙ үҙенең ҙур бер ҡалаһын юғалта. Шуға ла алкоголизмға ҡаршы көрәштә төбәктәрҙәге иң яҡшы тәжрибә өлгөләре тураһында фекер алышыу һәм уларҙы таратыу төп маҡсаттарҙың береһе булырға тейеш, тип билдәләне осрашыуҙа ҡатнашыусылар.
Илдар Байбулатов






