Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Төбәктең тотороҡло үҫешендә тел сәйәсәте» төбәк ара- ғилми- ғәмәли кәңәшмәһе асылды. «Минең туған телем» программаһы сиктәрендә уҙған форумда ил төбәктәре, Һиндостандан вәкилдәр ҡатнаша. Кәңәшмәлә милли телдәрҙе һаҡлау, уҡытыуҙа яңы йүнәлештәр ҡарала.
Башҡорт телен мобиль ҡушымта, йә компьютерҙа. Морат Ишемғолов фестивалдә башҡорт телен һанлы форматта өйрәнеү проектын күрһәтә. 5-се кластан туғыҙынсыға тиклем уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән программаны эшләп сығарыу өсөн ярты йыл ваҡыт киткән. 40- лап телсе, уҡытыусы, ғалимдар йәлеп ителгән. Тест, викторина күнегеүҙәр ярҙамында бала туған телде үҙләштерә, уның белемен баһалау ҙа һанлы системала башҡарыла. Һанлы проект Башҡортостан башлығы фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған.
Киләсәктә һанлы программаны башланғыс клас уҡыусылары өсөн дә эшләү күҙаллана, проект быйыл тағы ла бер грант отҡан. Туған телдәрҙе һаҡлау, өйрәтеүҙә ошондай заманса алымдар ҡулланыу көнүҙәк. Кәңәшмәлә был мәсьлә халыҡ-ара кимәлдә ҡарала.
Донъяла 7 мең тел иҫәпләнһә, аҙна һайын уның береһе юҡҡа сыға, тип билдәләй телселәр. Киләсәк быуындарға телде еткереү, үҫтереү эшендә программистар менән бергә эш алып барыу мөһим.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, башҡорт телен һанлаштырыу юғары кимәлдә алып барыла. Алдағы йылдарға маҡсат- башҡорт телен сертификациялау. Йәғни интернет селтәре аша һәр кем уны үҙе теләгән кимәлдә өйрәнә алырға тейеш.
Рәмилә Исмәғилева






