Экспозицияла конкурсҡа тәҡдим мителгән 460 ижади эштең утыҙҙан ашыуын күрергә мөмкин. Унда республика төбәктәре, Санкт- Петербург, Екатеринбург һәм Ҡаҙағстандан оҫталар ҡатнашҡан.
Эштәр биш номинация буйынса баһаланған. Күргәҙмәлә кейеҙҙән балаҫ, кейем, уйынсыҡтар, һәм башҡа әйберҙәр урын алған. Фестиваль милли йолаларҙы тергеҙеү һәм йәштәргә еткереү маҡстаын тормошҡа ашыра. Музейға килеүселәргә Саҡмағош балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Урындағы хакимиәт сәнғәт мәктәбендә кейеҙ баҫыу йүнәлешендә эшләү өсөн бөтә шартар тыуҙырған. Алтмыштан ашыу бала был шөғөлдө теләп өйрәнә.



