Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты ярты йыллыҡ һөҙөмтәләр менән таныштырҙы. Ғинуарҙан июлгәсә 9 мең 223 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Үткән йылға ҡарағанда, 275-кә күберәк. Быйыл 6 айҙа 8 мең 126 ғаилә тарҡалған. Был күрһәткес 38-гә әҙерәк. Дәүләт комитет белгестәре шулай уҡ популяр исемдәрҙе атаны. Республикала малайҙарға Әмир, Марк, Тимур, ә ҡыҙҙарға Әминә, София, Ева тигән исемдәрҙе йышыраҡ ҡушалар.







