Мәскәүҙә Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Синергия” корпорацияһы президенты Вадим Лобов менән осрашты. Мәғариф институты ярҙамында Өфөлә Һөнәри белем биреү үҙәген ойоштороу ҡарала. Бынан тыш, “Синергия” корпорацияһы беҙҙең республикала ҙур юғары технологик глэмпинг төҙөргә ниәтләй. Бының өсөн 150 миллион һум йәлеп ителә. Туристик өлкәлә белгестәр әҙерләү өсөн “Туризм академияһы” тигән проект тормошҡа ашырыла. Тиҙҙән корпорация белгестәре Башҡортостанға килеп туристик мөмкинлектәр менән танышасаҡ.




