Башҡортостанда ғинуарҙан август айына тиклем сәнәғәт етештереүе индексы 106 процентҡа етте

Был илдәге уртаса күрһәткестән 2 процентҡа юғарыраҡ. Санкция баҫымына һәм тышҡы факторҙарға ҡарамай, республика сәнәғәте йылдам үҫешә һәм ыңғай динамика билдәләнә. Электр ҡорамалдары, мебель, компьютерҙар, резина һәм пластмасс әйберҙәргә ихтыяж айырыуса артҡан. Өфө районындағы трансформаторҙар етештереү заводында импорт тауарҙарын алмаштырыу йүнәлешендә һөҙөмтәле эш алып барыла. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Подстанцияларҙа эшләгән трансформаторҙар етештереү бер нисә баҫҡыстан торған оҙайлы процесс. Эшселәр агрегаттың үҙәген, корпусын, деталдәрен шымартып ,әҙер трансформаторҙың ҡеүәтен, сифатын һынап ҡарай. Һәр ҡорамал заказ буйынса, махсус техник талаптарғаярашлы эшләнә.

Өфө эргәһендәге транформаторҙар етештереү заводында 180 эшсе ике сменаға бүленеп эшләй. Заказдар һуңғы арала бер нисә тапҡыр күбәйгән, сөнки импорт тауарҙарын алмаштырыу осоронда үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы продукцияға ихтыяж арта.

Тышҡы факторҙарға ҡарамай, Башҡортостанға яңы, көслө инвесторҙар йәлеп ителә, эшҡыуарҙар өсөн ташламалар һәм башҡа ярҙам саралары, урындағы халыҡ өсөн эш урындары булдырыла. Ғинуарҙан август айына тиклем сәнәғәт етештереүе индексы республикала 106 процентҡа тиклем етте. Илдәге уртаса күрһәткестән 2 процентҡа юғарыраҡ һандар төбәк сәнәғәт тармағындағы ыңғай динамиканы иҫбатлай.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ