"Рәсәйҙә эшләнгән" тигән йыйын экспортлаусыларға ярҙам, халыҡ-ара баҙарҙа конкуренция мөмкинлеген яҡшыртыу маҡсатында уҙғарыла. Форум октябрь аҙағында ойошторола. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, беҙҙә "Башҡортостанда эшләнгән" тигән проект ғәмәлгә ашырыла. Әле унда 200-ҙән ашыу компания ҡатнаша. Башҡортостанда 1 мең 300-гә яҡын экспортер бар.







