Баймаҡ халҡы үҙәк район дауаханаһы иғлан иткән акцияға ҡушылды

Сәләмәтлеккә ун мең аҙым. Баймаҡ халҡы үҙәк район дауаханаһы иғлан иткән акцияға ҡушылды. Йәйәү атлап улар һаулыҡтарын нығытты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре, студенттар, уҡыусылар, уҡытыусылар һәм оло йәштәгеләр,,Ун мең аҙым,, акцияһына ҡушылыу өсөн ҡаланың үҙәк майҙанына йыйылды.Улар араһындағы бер төркөм хаҡлы ялдағы инәйҙәр бына алты йылға яҡын скандинав таяҡтары менән көн дә ун мең аҙымды үтеүҙәрен белдерҙе. Йәйәү йөрөү сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһауын улар йәшермәне.

Ҡыҫҡа физик күнекмәнән һуң сарала ҡатнашыусылар үҙәк майҙандан Пименов, Салауат Юлаев проспекты, Ленин урамдары аша 5 саҡрым юл үтте.

Тормош мәшәҡәттәре менән бик күптәр сәләмәт тормош алып барыуҙы икенсе планға күсерә.Көнө оҙоно компьютер артында ултырып эшләү,бараһы ерҙәргә машинала йөрөү уңайлы булһа ла хәрәкәт етемәүе үҙен белгертә.,,Сәләмәтлеккә 10 мең аҙым акцияһы,, йәйәү йөрөргә кәрәклеген тағыла бер тапҡыр иҫкә төшөрөү сараһы булды.

Раушания Рәхимова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ