Өфөлә педагогик эшмәкәрлектә уңыш ҡаҙанған бер төркөм уҡытыусылар тәбрикләнде

Уҡытыусыларҙың һөнәри байрамы алдынан педагогик эшмәкәрлектә уңыш ҡаҙанған бер төркөм уҡытыусылар бөгөн Хөкүмәт йортонда тәбрикләнде. 40 һөнәр алдынғыһына федераль грант тапшырылды, шулай уҡ бер төркөм мөғәллим Рәсәйҙең «Мәғариф алдынғыһы» маҡтаулы исеменә лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһынан БЮТ ижади төркөм әҙерләгән репортаж.

Яуаплы һөнәр эйәһе - уҡытыусы булыу Лилиә Бикбаеваның бала саҡ хыялы. Ул 30 йылдан ашыу башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Белем менән бер рәттән балаларҙың һәләттәрен асыу өҫтөндә эшләй. Уның уҡыусылары бөгөн үҙҙәре үк остазы юлын һайлаған.

Уҡыусылар алдында өр-яңы белем донъяһын асыу ғына түгел, остаз алдында балаларҙа үҙаллылыҡ, даими үҫешкә ынтылыш тәрбиәләү бурысы ла тора. Уҡытыусы ул юғары әхлаҡи йүнәлеш биреү өлгөһө лә.

Уҡытыусыны бөгөн ижади эҙләнеүҙәрһеҙ һәм даими камиллашыуһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Тап шундайҙар һөнәри байрам алдынан үҙ фәнендә ҡаҙаныштары өсөн федераль гранттар менән бүләкләнде. Иң яҡшы уҡытыусылар матди дәртләндереү- 200 мең һум менән бүләкләнде. Шулай уҡ тәрбиәселәр һәм мөғәллимдәр Рәсәйҙең «Мәғариф алдынғыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Изге һөнәр эйәләренә тантанала намыҫлы хеҙмәт, фиҙаҡәрлек, сабырлыҡ һәм балаларға ихлас һөйөүегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Сөнки тап уҡытыусылар беҙҙең киләсәкте тәрбиәләй, улар иңендә киң фекерле, алдынғы ҡарашлы, илһөйәр быуын тәрбиәләү бурысы тора.

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ