Тантана бөгөн баш ҡаланың «Торатау» Конгресс-холлында үтте. Йола буйынса йәмәғәт наградаһы төрлө тармаҡта фиҙаҡәрлек күрһәткән, күп бала тәрбиәләгән атайҙарға тапшырыла. Тәбрикләү сараһы хаҡында киләһе яҙмала.
«Тамыр» телеканалы тәрбиәләнеүселәренең йырлы сәләме тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Кесе Ватанға, атай йортона арналған композиция бөгөн «Атайлыҡ даны» йәмәғәт наградаһын алыусылар хөрмәтенә яңғыраны.
Бөгөн «Атайлыҡ даны» йәмәғәт наградаһына 52 ир-уҙаман лайыҡ булды. Улар төрлө тармаҡта үҙ урынын тапҡан замандаштар. Үҙ эшенең оҫтаһы ла, ғаиләһендә терәк-таяныс та. Атай абруйын күтәргән «Ирҙәр ҡоро» ойошмаһын ғына иҫкә төшөрөү ҙә етә. Әлеге ваҡытта йәмәғәт хәрәкәте республиканың 15 район-ҡалаһында тормошҡа ашырылған. Аҙна аҙағында ойошма ағзалары Ямантауға үрмәләргә ниәтләй.
Ошо рәүешле төрлө саралар атайлыҡ мәктәбен нығытыуға үҙ өлөшөн индерә лә инде. Ә йәмәғәт наградаһы ғаиләгә тағы ла яуаплылыҡ һәм оло ихтирам уята.
Азат Ғәлиуллин






