Өфө яҙыусыһы Нина Турицинаның «Һөйөү өсөн рәхмәт» китабы донъя күрҙе

Һөйөү өсөн рәхмәт. Өфө яҙыусыһы Нина Турицинаның ошондай исем аҫтында яңы китабы донъя күрҙе.

Нина Турицына һөнәре буйныса музыка белгесе, әммә киң йәмғәтселеккә ул журналист, яҙыусы, сәйәхәтсе булараҡ билдәле. Автор шиғырҙар ҙа, хикәйәләр ҙә, билдәле шәхестәр хаҡында очерктар ҙа яҙа. Һуңғы йылдарҙа Нина Турицина күберәк дектективтар ижад итә.

Яҙыусы фекеренсә, был жанр уҡыусыларға иң яҡыны. Донъя күргән китаптар тиҙ арала таралып бөтә. Авторҙың яңы йыйынтығы «Һөйөү өсөн рәхмәт» тип атала, ул 1 мең тираж менән сыҡҡан. Әле яҡташыбыҙ тағы ла бер ижад емеше өҫтөндә эшләй. Ул Мәскәү нәшриәтендә баҫыласаҡ.

Яҙыусы өсөн иң ҡыуаныслыһы ижад емешеңдең тиҙ арала таралыуы, үҙ уҡыусыһын табыуы. Мин был яҡтан бәхетлемен. Китаптарым магазин кәштәләрендә саң йыйып ятҡаны юҡ. Төрлө жанрҙа яҙам, әммә иң ҙур һорау менән файҙаланылғаны детективтар. Был тәңгәлдә шуны әйтер инем, һинең әҫәрең кешене боҙоҡ юлға этәрергә, енәйәт ысулы һүрәтләнергә тейеш түгел. Киреһенсә, һәр яуыз ҡылыҡ өсөн яуап тоторға кәрәклеген аңлатыу мотлаҡ.

Нина Турицына, яҙыусы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ