Мәскәүҙең «Дар» мәҙәни үҙәгендә яҙҙан алып эшләп килгән «Ҡомартҡы» башҡорт мәҙәниәте күргәҙмәһенә йомғаҡ яһалды.
Күргәҙмә Мәскәүҙә йәшәгән төрлө халыҡтар мәҙәниәте менән таныштырыуға йүнәлтелгән проект сиктәрендә ойошторолған. Экспозицияға башҡорт рәссамдары эштәре, милли кейемдәр һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары өлгөләре ҡуйылған.
Проект барышында Әлфиә Агеева етәкселек икән ижади берекмәгә берләшкән милләттәштәребеҙ милли музыка ҡоралдарында уйнау, милли биҙәүестәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарған, милли аш-һыу менән таныштырған. Күргәҙмәне ябыу тантанаһында ла мәҙәни үҙәктә ҡурай моңо, башҡорт телендә йырҙар яңғыраны, бейеүҙәр башҡарылды. Милләттәштәребеҙ сығышы мәҙәни үҙәккә килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, яҡтар хеҙмәттәшлекте артабан да дауам итергә килеште.



