Башҡортостан Башлығы уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән тәбрикләне

Башҡортостан Башлығы уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән тәбрикләп, Борай районынан педагогтар династияһы тураһында яҙған. Яҙмаһы менән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә бүлеште.

«Башҡортостандың күренекле кешеләре тормошо рубрикаһында бөгөн Гүзәл Захарова. Ул Яңауылдың йәш техниктар станцияһы методисы. Ҡотлоевтар уҡытыусылар династияһы вәкиле. Быйыл ул «Иң яҡшы педагог династияһы» төбәк-ара конкурсының Гран-приһын яуланы. Нәҫелдең 100 йыллыҡ тарихында уларҙың дөйөм эш стажы 700 йыл самаһы. Династияға Гүзәл Захарованың оло олатаһы Фәйзулла Ҡотлоев нигеҙ һалған. Ул 19-сы быуат аҙағында Борай районында тыуған. Ул күпселек туғандары кеүек мәҙрәсә тамамлаған, бер нисә тел белгән. 1914 йылда Беренсе Донъя һуғышына киткән. Ҡанлы алыштарҙың береһендә Фәйзулла Ҡотлоев яраланған һәм әсирлеккә эләккән. Өфөгә 5 йылдан ғына ҡайтып еткән. Өйләнеп тормош иптәше менән бергә ауылдаштырана һабаҡ биргән. Оло ҡыҙҙары Рәйсә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Борай районы Ҙур Баҙраҡ ауылында балаларға белем биргән. Уның ире лә уҡытыусы, Тажетдин Ғиләжетдинов Советтар Союзы геройы. Һуғыштан һуң ул тыуған ауылында балалар уҡыта. Мәктәп директоры була. Әле белем усағы Тажетдин Ғиләжетдинов исемен йөрөтә, тип яҙған Радий Хәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ